❗❗❗❗Күп һорап Яҙыусылар өсөн тағын бер тапҡыр баҫтырып сығарабыҙ яҙманы📨Халыҡ табибы Ғәлим
Ғәлим Нәҡи улы түлһеҙ ҡатындарға ла ярҙам итә. Хоҙай ярҙамы менән Мәскәүҙән килгән 42 йәшлек ханым бала тапҡан. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин...
Халыҡ табибы Ғәлим
Кешелек донъяһы борон-борондан төрлө ауырыуҙарҙы еңеп сығыу юлдарын эҙләгән. Халыҡ табиптары им-том, файҙалы үләндәрҙән төнәтмәләр әҙерләп, сырхауҙарҙы һауыҡтырған. Совет осоронда ул ҡаты тыйылһа ла, үҙенсәлекле дауалау ысулы тормошобоҙҙан юғалмаған әле.
Көйөргәҙе районы Бәләкәй Муса ауылында йәшәгән Ғәлим Нәҡи улы – Миһрановтар нәҫелендәге бишенсе быуын халыҡ табибы. Ун биш йылдан ашыу ул ошо изге эш менән шөғөлләнә. Уҙамандың был һәләте юл фәжиғәһенән һуң асылған. Өс тапҡыр реанимацияла булырға тура килгән уға. Берҙән-бер ҡыҙы вафат булғас та, көслө тетрәнеү кисергән. “Дауалай башларға күрһәтмә юғарынан килде”, – ти ул.
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә һыу, сәй, тоҙ, һабын, еп кеүек әйберҙәрҙе өшкөрөп бирә. Торлаҡтарын кире энергетиканан таҙартыу өсөн әллә ҡайҙарҙан килеп алалар Ғәлим Нәҡи улын.
Беҙ барғанда Ҡазандан килгәйнеләр. Ҡапҡаһы янынан машина өҙөлмәй.
Олоғая төшкәс, Ғәлим Нәҡи улы үҙендә ниндәйҙер көс һәм энергия барлығын тойомлай башлай. Биле ауыртып аяҡ-ҡулдары һыҙлағандарҙы ҡулдары менән һыпырғас, ул кешеләрҙең еңеллек кисереүҙәре беленә, һыҙланыуҙары күпкә кәмей, хәлдәре яҡшыра.
– Беҙҙең тамырыбыҙҙа әсәй яғынан да, атай яғынан да уҡымышлы кешеләр булған, – ти ул. - Атайымдың атаһы күрәҙәселек ҡылған, ауырыуҙың башынан һыйпап өшкөргән һәм яуыз уйлы кешеләрҙең был эште ҡылғандарын әйткән. Әйткәндәре күп ваҡыт раҫ килгән һәм ауырыу һауыҡҡан.
Халыҡ табибы йәшәгән өйөнән йыраҡ түгел тауҙан ярып сыҡҡан шишмә һыуын алып өшкөрөп, шифалы үлән төнәтмәһен ҡушып, эсергә яраҡлы дауа әҙерләй. Ҡот ҡоя. Был хәҙерге заманда онотолған, әммә борондан килгән һәм һаҡланып ҡалған, ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырыусы бер ысул булып тора.
Күҙ тейеүҙән, ҡурҡыуҙан, сихырҙан яфаланыусылар ҙа Ғәлим Нәҡи улына килә. Ул Ҡөрьән аяттары менән өшкөрөп, кешеләрҙе һауыҡтыра. Бәүеле тотмаған балаларға ла өшкөрөү һәм ҡот ҡойоу ыңғай һөҙөмтә бирә.
– Аллаға шөкөр, күптәргә ярҙамым тейҙе, рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетәм, – тип һүҙен дауам итә Нәғим Нәҡи улы. – Атламаған сабыйҙар атлап киттеләр. Түлгә ҡала алмаған йәш ҡатындар ауырға ҡалып, балалар үҫтерәләр.
Кешенең эске донъяһы серле утрау кеүек. Әлегә тиклем өйрәнелмәгән һәм фән тарафынан, ғилми тикшеренеүҙәр үтмәгән яҡтары күп. Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡайһы берәүҙәр ошондай һауыҡтырыу алымдарын һанға һуҡмай. Ә бит күп илдәрҙә, мәҫәлән, Ҡытайҙа халыҡ медицинаһына ҙур иғтибар бирәләр һәм күп ауырыуҙарҙы асыҡлап, халыҡҡа ярҙам итәләр. Хәҙерге ваҡытта быуын сыҡһа, уны урынына ултыртыусылар бик һирәк. Медицина уҡыу йорттарында студенттарҙы ниңә уға өйрәтмәҫкә? Ваҡыт үтә һәм быуынды төшөрөүсөләр арабыҙҙан юғалһа, ни эшләргә?
Ғәлим Нәҡи улына ярҙам һорап төрлө тарафтарҙан киләләр. Һәр ҡайһының үҙ ауырыуы, үҙ яҙмышы. Медицина ни тиклем үҫешкән булһа ла, беҙ йәшәгән донъяның серле яҡтары күп шул.